
Инде нисә йылдар,
Текст песни
(1-куплет) Инде нисә йылдар, Һин уны һөйәһең. Йөрәк серҙәрен һин Ниңә асмайһың? Ҡарашыңда – һағыш, Күҙҙәреңдә – уй. Ниңә серҙәреңде Йәшерәһең һин. Припев Ә яландағы сәскәнән Һин бит һорайһың, «Яратамы, яратмаймы?» – Белергә һин теләйһең. Ярата, яратмай, Һин бит уға юрайһың, Сәскә таждарын өҙә, Яуап көтөп ҡалаһың 2 куплет Бәлки, ул да һине Көнөн-төнөн көтә? Мөхәббәт һүҙҙәрен Ишетергә теләйҙер! Ә һин тағы сәскәнән Яҙмышыңды һорайһың Өмөтөңдө өҙмәйһең Хыялдарға осаһың. Припев Ә яландағы сәскәнән Һин бит һорайһың, «Яратамы, яратмаймы?» – Белергә һин теләйһең. Ярата, яратмай, Һин бит уға юрайһың, Сәскә таждарын өҙә, Яуап көтөп тораһың. Сәскә таждарын өҙә, Һуңғы япрағы – өмөт. Ярата ышан һин, Бәхетеңде тиҙерәк көт... Сәскә таждарын өҙә... Ярата, яратмай
Нравится? Сделайте свою такую же
Свой текст, любой стиль и настроение. Готово за минуту, прямо в браузере. Навыки не нужны.
Создать свою песню бесплатноБез приложений и оплаты на старте
Сделайте такую же, но о своём
Свой текст, любой жанр и настроение. Готово за минуту, прямо в браузере.
Создать свою песнюРегистрация в один клик, без карты
(1-куплет) Инде нисә йылдар, Һин уны һөйәһең. Йөрәк серҙәрен һин Ниңә асмайһың? Ҡарашыңда – һағыш, Күҙҙәреңдә – уй. Ниңә серҙәреңде Йәшерәһең һин. Припев Ә яландағы сәскәнән Һин бит һорайһың, «Яратамы, яратмаймы?» – Белергә һин теләйһең. Ярата, яратмай, Һин бит уға юрайһың, Сәскә таждарын өҙә, Яуап көтөп ҡалаһың 2 куплет Бәлки, ул да һине Көнөн-төнөн көтә? Мөхәббәт һүҙҙәрен Ишетергә теләйҙер! Ә һин тағы сәскәнән Яҙмышыңды һорайһың Өмөтөңдө өҙмәйһең Хыялдарға осаһың. Припев Ә яландағы сәскәнән Һин бит һорайһың, «Яратамы, яратмаймы?» – Белергә һин теләйһең. Ярата, яратмай, Һин бит уға юрайһың, Сәскә таждарын өҙә, Яуап көтөп тораһың. Сәскә таждарын өҙә, Һуңғы япрағы – өмөт. Ярата ышан һин, Бәхетеңде тиҙерәк көт... Сәскә таждарын өҙә... Ярата, яратмай
Похожие треки в жанре Хип-хоп
Все треки жанра →Слушать песни нейросети по жанрам
Тысячи треков в каталоге, каждый создан пользователем за минуту.





